ҠУЯН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 461 кеше; 1920 — 474; 1939 — 399; 1959 — 368; 1989 — 287; 2002 — 226; 2010 — 184 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. 1795 й. 54 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 373 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. В.С.Васильев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.