ҠУЯН, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Баҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Талбаҙы й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 550 кеше; 1920 — 557; 1939 — 643; 1959 — 443; 1989 — 118; 2002 — 132; 2010 — 130 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1740 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 57 йортта 386 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 май һығыу з‑ды, 2 ел тирмәне булған. 1906 й. ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Т.Л.Каткова, А.Ф.Попов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке