ҠУШЫЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Дәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 9 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 144 кеше; 1920 — 323; 1939 — 209; 1959 — 241; 1989 — 264; 2002 — 324; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләт урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 1816 й. һәм 1820 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Поход старшинаһы Ҡушый Ғәбиҙуллин исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ҡуясыҡ булараҡ теркәлгән. 1866 й. 24 йортта 143 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. В.Ғ.Сөләймәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке