ҠУШЪЯУЛЫҠ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм кәүҙә өлөшөн ҡаплап торған, биҙәлгән еңел япманан ғибәрәт традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ҡ. сәскә төшкән ҡушарлы ике ҡыҙыл кизе-мамыҡ яулыҡтан (сигеүле, тәңкә йәки уҡа м‑н биҙәлгән) торған. Япманы тәңкә, сәйлән йәки мәрйен,  ҡәнәфер орлоғонан, тәңкәнән эшләнгән ҡолаҡсуҡ тегелгән баулы һағалдырыҡ м‑н бәйләп ябынғандар. Көнсығыш Урал аръяғында һағалдырыҡты төрлө төҫтәге суҡтар һәм күкрәккә төшөп торған нағышлы таҫма (эйәксен) м‑н матурлағандар. Ҡ. аҫтынан ҡалпаҡ кейгәндәр йәки уртаға бөкләнгән бәләкәй яулыҡ (баш бәйләмес, һыңар яулыҡ) ябынғандар. Ҡ. ғәҙәттә байрамда (туйҙа) кейгәндәр; ҡалымға ингән. Көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш, үҙәк райондарында осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке