ҠУШЪЯПРАҠ (Listera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың һалҡын һәм уртаса өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда йөрәк һымаҡ Ҡ. һәм түңәрәк Ҡ. үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр, бейеклеге 5—70 см. Япраҡтары ултырма, ҡапма-ҡаршы, һабаҡтың урта өлөшөндә урынлашҡан, киң йәки өсмөйөшлө оҙонса, төбө йөрәк формаһында. Сәскәләре ваҡ, йәшкелт йәки һарғылт-йәшкелт төҫтә. Сәскә һабаҡтары ишелгән. Сәскә эргәлегенең япраҡсалары тигеҙ тиерлек, тупағыраҡ; ирене уларҙан 2—3 тапҡырға оҙонораҡ, яҫы, оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе юҡ, осонда икегә бүленгән. Сәскәлеге — һирәк тәлгәш. Июнь— авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Йөрәк һымаҡ Ҡ. — һаҙланған ылыҫлы һәм ҡайын урмандарында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек өлөшөндәге сфагнум һаҙлыҡтарында; түңәрәк Ҡ. урман (Белорет, Краснокама, Мәләүез һ.б. р‑ндар), һирәгерәк урман-дала (Баймаҡ, Дыуан, Саҡмағош һ.б. р‑ндар) зоналарында дымлы һәм һаҙлыҡлы урмандарҙа, ереклектәрҙә, һаҙланған ситтәрендә үҫә. Декоратив үҫемлектәр. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке