ҠУШТИРӘК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡуштирәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 529 кеше; 1959 — 483; 1989 — 416; 2002 — 422; 2010 — 345 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1921 й. һәм 1924 й. араһында Бәләбәй кантонында нигеҙ һалына. 1925 й. 73 йорт иҫәпкә алынған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке