ҠУШТАУ, шихан. Стәрлетамаҡ р‑ны Шихан а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 374 м, оҙонлоғо 4 км, киңлеге 1,4 км. Оҙонса һуҙылған 2 түбәле ҡалҡыулыҡ. Төньяҡ битләүе текә, көнсығышы — һөҙәк. Аҫҡы пермдең органоген эзбизташтарынан тора. Ландшафы һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.