ҠУШНА, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Калегин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 88 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 450 кеше; 1920 — 394; 1939 — 349; 1959 — 249; 1989 — 147; 2002 — 135; 2010 — 115 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1684 й. алып билдәле. 1795 й. 65 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 301 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.