ҠУШМАНАҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡушманаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 10 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Себергән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 456 кеше; 1920 — 465; 1939 — 399; 1959 — 607; 1989 — 431; 2002 — 428; 2010 — 367 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 й. алып билдәле. Керҙәшлек килешеүе б‑са 1721 й. һәм 1748 й. араһында бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), 1790 й. мишәрҙәр күсеп ултыра. 1795 й. 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта — 313 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.