ҠУШКҮЛ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Ҡариҙел һәм Благовещен р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Пермь- Башҡ. көмбәҙенең көньяҡ өлөшөнә тура килә. Изометрик формала (17×18 км). Ятыштары структуралы литология тибында. Урта һәм өҫкө девон ҡомташтары, ш. уҡ турней һәм фамен ярустары эзбизташтары нефтле. Ултырмалар ятышы тәрәнлеге яҡынса 1700 м. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,900 г/см3), уртаса ҡуйы‑ лыҡта (13 МПа•с тиклем), көкөртлө (2,6%), газ факторы 33 м33; нефттең уртаса дебиты тәүлегенә яҡынса 3 т, шыйыҡсаныҡы — 11 т. 1955 й. асыла, 1969 й. файҙаланыуға тапшырыла. “Башнефть” АНК ААЙ “Баш‑ нефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Уфанефть” НГДУ‑һы эшкәртә.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке