ҠУШАЕВ Хафиз Ҡушай улы [15.10. 1888, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Сәләй а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Көҙәш а.), хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны — 27.9.1937, Мәскәү], дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. 1909—17 йй. рус армияһында. 1919—21 йй. Арғаяш кантоны хәрби комиссары һәм башҡарма ком‑ты рәйесе, 1922—29 йй. БашҮБК рәйесе, бер үк ваҡытта СССР ҮБК Президиумы ағзаһы. 1937 й. “Советтар власы” нәшриәтенең (Мәскәү) дир. урынбаҫары. 1937 й. репрессиялана, атыла. 1957 й. аҡлана.

Д.Ж.Вәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.