АҠҠАЙЫН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Мәтәүбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Мәтәү й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 100 кеше; 1959 — 195; 1989 — 125; 2002 — 136; 2010 — 149 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

1922 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Мәтәү‑Аҡкөбәк а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 10 йорт теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке