ҠУШ ТОЯҠЛЫЛАР, айырытояҡлылар (Artiodactyla), имеҙеүселәр отряды. 8—9 ғаиләһе, яҡынса 180 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 ярым отрядтан 4 төрө (көйшәмәүселәр — ҡабан, көйшәүселәр — ҡоралай, марал, мышы) бар. Кәүҙә оҙонлоғо 150 см алып (ҡоралай) 3 м тиклем (мышы), ауырлығы 60—400 кг (ата хайуандар эрерәк). Кәүҙәһе һомғол (ҡабандыҡы ҙур, ян-яҡтан ҡыҫылған), аяғы нескә, оҙон, шәп йүгереүгә яраҡлашҡан. Йөнө ғәҙәттә ҡыҫҡа (ҡабандыҡы шырт), төҫө көрәндән һорғолтҡа тиклем. Башы ҙур, мороно оҙонса (ҡабандың морон осо түңәрәк), ата боландар мөгөҙлө. Күп төрҙәрҙең муйыны оҙон. Ҡолағы ҙур, хәрәкәтсән. Аяғы ике бармаҡлы, ҡабандыҡы ҡыҫҡа дүрт бармаҡлы, ян-яҡтағылары ғәҙәттә ергә теймәй; бармаҡтарының һуңғы фалангалары мөгөҙ тышлыҡлы. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Һиҙеү ағзалары яҡшы үҫешкән. Башында, ҡойроҡ төбөндә, тояҡтары араһында еҫле биҙҙәре бар. Имсәктәре сандырҙа урынлашҡан, ҡыр сусҡаһының ҡорһағында ла бар. Баш һөйәгендә бәләкәй мейе һәм ҙур бит бүлектәре була. Ҡаты үҫемлек аҙығын иҙер өсөн хеҙмәт иткән аҙау тештәре ҡытырмаҡлы йәки соҡорсалы типта, ҡабандың өҫкө һәм аҫҡы ҡаҙыҡ тештәре эре. Ҡ.т. аҙау тештәре алдынан ҙур ара — диастема — бар. Ашҡаҙаны ғәҙәттә ҡатмарлы, бер нисә камеранан тора. Полигам. Енси яҡтан 2—3, ҡайһы берҙәре (ҡабан) 1 йылда өлгөрә. Күбеһе 1—2 (ҡабан 12‑гә тиклем) бала тыуҙыра. 10—20 йыл йәшәй. Ҡ.т. — башлыса үҫемлек м‑н туҡланыусы хайуандар. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Марал БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Күпселек а.х. малы (һарыҡ, кәзә, сусҡа һ.б.) Ҡ.т. ҡарай.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке