ҠУТЫРБАШ (Knautia), ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, бейеклеге 30— 200 см. Япраҡтары ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ телемле (һирәгерәк бөтөн), һабаҡ япраҡтары — ултырма, сиратлы, һабаҡты яртылаш уратҡан, бөтөн ситле, аҫҡылары — һаплы. Сәскәләре ваҡ, аҡ, һары, алһыу зәңгәр төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел; тығыҙ ялпаҡ ярымшар формаһындағы тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Тажы һәм тышҡы каса япрағы көпшә, эскеһе сынаяҡ аҫты һымаҡ, тешле, һеркәсе — 4. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сент. өлгөрә. Мал аҙығы, декоратив, баллы үҫемлек. Баҫыу Ҡ. — бөтә респ. ҡыуаҡлыҡтар араһында, болондарҙа, урман ситтәрендә, эндемик татар Ҡ. Башҡортостандың Урал алдында киң япраҡлы урмандарҙа үҫә.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.