ЛАНГЕ Александр Петрович (21.12.1896, Киев — 16.12.1976, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. канд. (1950), проф. (1962). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1967). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Киев политехник ин‑тын тамамлаған (1920). 1953—72 йй. БАХИ‑ла (1954—66 йй. тракторҙар һәм автомобилдәр каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге автотрактор двигателдәрен камиллаштырыуға арналған. Л. тарафынан детонацияға ҡаршы цилиндр ҡапҡастары уйлап табылған, ул Барнаул моторҙар эшләү з‑дында индерелгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Репрессиялана (1940), 1956 й. аҡлана.

Хеҙм.: Автотракторные двигатели. Устройство двигателей и их конструкция. М.; Л., 1933.

Р.М.Бәширов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика