ЛАК ҺӘМ ЛАКБУЯУ МАТЕРИАЛДАРЫ, ҡаты түшәмә нигеҙгә йоҡа итеп һылағанда плёнка (өҫкө йөҙҙә адгезия көстәре м‑н тотолоп торған ҡаплама) рәүешендә кибә торған шыйыҡ йәки паста һымаҡ составтар. Л. һ. л.‑б.м. лактарҙы (плёнка барлыҡҡа килтереүсе тәбиғи йәки синтетик матдәләрҙең органик эреткестәрҙәге йәки һыуҙағы эретмәләре), буяуҙарҙы (пигменттарҙың йәки уларҙың тултырғыстар м‑н ҡатышмаһының плёнка барлыҡҡа килтереүсе матдәләрҙәге ҡыҫҡа ваҡыт эсендә гомогенлылыҡ һаҡлаған суспензияһы), грунтовкаларҙы (ярҙамсы материалдар — лак‑буяу ҡапламаларының буяла торған йөҙ м‑н адгезияһын тәьмин итеүсе аҫҡы ҡатламы), шпатлёвкаларҙы (буяла торған йөҙҙөң өҫтөнә ҡаплаусы ҡатламдарҙы һылау алдынан уны тигеҙләүсе ярҙамсы материалдар) индерәләр.

Лактар һәм буяуҙарға өҫтәмә сифатында пластификаторҙар, сиккативтар, тоноҡландырыусы һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, антисептиктар һ.б. файҙаланыла. Грунтовкалар һәм шпатлёвкалар пигменттарҙың һәм тултырғыстарҙың күп булыуы м‑н айырыла. Ярым фабрикат һәм тауар лактарын, шыйыҡ (файҙаланыуға әҙер булған), ҡуйы итеп иҙелгән һәм ҡаты хәлдәге буяуҙарҙы айыралар. Плёнка барлыҡҡа килтереүсенең тәбиғәтенә ҡарап лактарҙы составында юғары молекуляр берләшмәләр булғандарға (целлюлоза эфирҙары, битумдар, перхлорвинил ыҫмалаһы һ.б.) һәм олигомерҙарға, буяуҙарҙы нигеҙенә ҡарап майлы, эмалле, елемле, силикатлы, эмульсион һәм онтаҡ рәүешендәгеләргә (ҡоро ҡатышмалар) бүләләр. Тәғәйенләнеше б‑са лактар мебель, консерва, электр үткәрмәй торғандарға һ.б., буяуҙар — автомобиль, төҙөлөш, сәнғәт һәм полиграфия өсөн булғандарға бүленә. Грунтовкаларҙы плёнка хасил итеүсе матдәнең, буяла торған йөҙҙөң һәм пигменттың төрө б‑са айыралар; улар металдарҙы коррозиянан һаҡлау, ағастың текстураһын күрһәтеү һәм үҙағастың ваҡ тишектәрен тултырыу һ.б. өсөн тәғәйенләнгән. Лактар, майҙар һәм елемдәр нигеҙендәге шпатлёвкаларҙы айыралар. Лактарҙың төп үҙсәнлеге — ҡуйылыҡ, осмай торған компоненттар булыуы, кибеү тиҙлеге һәм өҫкө йөҙ буйлап йәйелеүе, буяуҙарҙың — ыуылыу дәрәжәһе, төҫө, өҫкө йөҙҙө яҡшы ҡаплауы, ҡуйылығы, кибеү тиҙлеге һ.б.

Башҡортостанда Л. һ. л.‑б.м. сығарыу 20 б. 40‑сы йй. башлана (ҡара: Өфө лак буяу заводы). БТ‑577 маркалы битум лагы (ағас һәм тимер өсөн), МЛ‑92 маркалы меламин лагы, НЦ сериялы нитроцеллюлоза лагы, Полиур маркалы паркет лагы һ.б.; МА‑15, МА‑22 маркалы майлы буяуҙар һәм һыу‑дисперслы акрил буяуҙары, грунтовкалар һәм Ласточка сериялы шпатлёвкалар етештерелә. ПФ‑115 маркалы пентафталле (20‑нән ашыу төҫтәге), ХВ сериялы химик яҡтан тотороҡло, НЦ сериялы нитроцеллюлоза эмалдәрен (11 төҫтә), ИЗУР‑021 маркалы ҡатырғыслы МЛ‑12 маркалы меламинлы автомобиль эмалдәрен (15 төҫ), алкид‑уретанлы тиҙ кибә торған эмалде һәм АУ‑001 маркалы иҙән эмалдәрен, ЭП серияһындағы эпоксид материалдарҙы сығаралар. Металл һәм ағас өсөн ГФ, АУ, ХС грунтовкаларын, ХВ‑0016 маркалы универсаль шпатлёвканы, эреткестәр (ацетон, уайт‑спирит, сольвент, Р‑646 маркалы һ.б.), алюмин пудраһын, төҫлө онтаҡлы буяуҙар (полиэфирлы) етештерәләр. Продукцияһы БР‑ға һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренә ебәрелә.

70‑се йй. уртаһынан “Авангард” пр‑тиеһында НЦ сериялы лактар һәм эмалдәр, ХВ‑5289 маркалы уттан һаҡлай торған эмаль, РФГ маркалы (фосфатирлағыс грунтовкаларҙы шыйығайтыу өсөн) һәм 646 маркалы (нитроцеллюлозалы Л. һ. л.‑б.м. шыйығайтыу өсөн) эреткестәр, автоэмалдәр сығарыу өсөн вальцтар м‑н онталған ҡоро пасталар, Пластинил шпатлёвкалау сараһы сығарғандар. 80‑се йй. алып “Каучук” ЯАЙ синтетик каучуктар нигеҙендә лактар, буяуҙар сығара. 90‑сы йй. уртаһынан “ХИМЭКС” ҒПП (Өфө) ЭКО сериялы акриллы латекс материалдары (лактар, буяуҙар, эмалдәр, грунтовкалар, шпатлёвкалар), ПФ сериялы эмалдәр, БТ‑577 маркалы битум лагы, юлда билдәләр яһау өсөн буяуҙар һ.б. етештерә. 2004 й. тиклем “Уфахимпром” пр‑тиеһы П‑ЭП‑601 ХП маркалы онтаҡлы эпоксид буяу, ЭП‑5224 маркалы эмаль, ҡойоп яһалған иҙәндәр өсөн Эпонал составы, “Уфаоргсинтез” ААЙ — Л. һ. л.‑б.м. өсөн эреткестәр һәм шыйығайтҡыстар (уайт‑ спирит, РС‑2, РКБ‑1 маркалы һ.б.) сығара. Металдарҙы, пластмассаларҙы, ағасты, ҡағыҙҙы, туҡымаларҙы, бетонды һаҡлау һәм буяп биҙәү өсөн, полиграфияла һ.б. ҡулланыла.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика