АҠКҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1957 й. Ағиҙел й. һәм Аҡкүл күле туғайындағы уникаль тәбиғәт комплексын һаҡлау, ш. уҡ йылға ҡондоҙо популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Ғафури р‑ны Красноусол а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 8 мең га, терр‑яның 39,7%‑ын урман ҡаплаған. Терр‑яһында тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Аҡкүл күлебар. Рельефы һыубаҫар, ваҡ тулҡынлы уйһыулыҡтар хас. Төрлө типик үләнле имән, йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары таралған, һыубаҫар туғайҙарҙа — ерек һәм тал ҡыуаҡлыҡтары. Аҡ ҡуян, америка шәшкеһе, бурһыҡ, йылға ҡондоҙо, ҡабан, мышы, ондатра, төлкө, һеләүһен, һыуһар, көйөлдө, ҡор, ҡурпысыҡ, сытырҙаҡ сөрәгәй, һоро өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, ҡама, аҡсабан, ала ҡаҙ, ышылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡушы өйрәк,һоро ағуна, һоро торна һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке