ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, пр‑тиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек.

Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек торған, башта ул аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттарға (ҡара: Аҫаба, Керҙәштәр), 17 б. алып башҡ. улустары терр‑яһында хужалыҡ ҡороу мөмкинлеген алған килмешәк халыҡҡа, башлыса крәҫтиәндәргә һ.б. күсеп килеүселәргә (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) ҡағылған. Башҡорттар (ҡара: Аҫаба) аҫаба ерҙәрен (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) аҡсалата йәки әйберләтә оброкка айырым кешегә йәки кешеләр төркөмөнә Ҡ. биргән. Төбәккә күсеп килгән төрлө халыҡ вәкилдәренә урманлы, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, балыҡлы, мәғдәнле һ.б. урындар (уларҙың сиге геогр. ориентирҙар б‑са билдәләнгән; ҡара: Ерҙе файҙаланыу) 2 йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа бирелгән. Башҡ. ер биләүселәренә эшләү йәки улар өсөн яһаҡ, һалым һәм йөкләмәләрҙең бер өлөшөн түләү, дәүләткә бурыстарын ҡайтарыу йыш ҡына Ҡ. шарттары булған. Дөйөм Рәсәй ҡануниәте м‑н көйләнгән (ҡара: Ер сәйәсәте), өйәҙ һәм губерна учреждениеларында Ҡ. яҙмаларында рәсмиләштерелгән; 18 б. тиклем телдән килешеү осраҡтары ла булған (ҡара: Бобылдәр). 18 б. тиклем башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен оҙаҡҡа Ҡ. биреү тыйылған (Собор уложениеһы, 1664 й., 1694 й. Өфө воеводалары наказдары һ.б.). 18 б. Ҡ. ваҡытын оҙайтыуҙы (1753 й. 13 окт. указ һ.б.) һәм башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен бер ниндәй түләүһеҙ файҙаланыуҙы [указдар (1736 й. 11 февр.), 1738 й. 17 мартындағы, 1739 й. 20 авг., 1754 й. 16 мартындағы һ.б. указдар] рөхсәт иткән айырым указдар ҡабул ителгән.

19 б. Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау уҙғарыу барышында Ҡ. төп шарттарын (ер биләмәләренең майҙаны, файҙаланыу ваҡыты, хаҡы һ.б.) көйләгән указдар ҡабул ителә. Указға (1832 й. 10 апр.) ярашлы, улус халҡының 2/3 өлөшө риза булған осраҡта, кантон башлығы һәм йорт старшинаһы таныҡлығы м‑н аҫаба башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен 12 йылға тиклем (мәғдән йәки башҡа минералдар табылған хәлдә, 30 һәм унан да күберәк йылға) оброк түләү шарты м‑н Ҡ. биреү хоҡуғы булған (Ҡ. аҡсаһының 2/3 өлөшө ер хужалары араһында бүленгән, 1/3 өлөшө йәмәғәт ихтыяждарына тотонолған). “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы, аҫаба башҡорттарҙың һалым һалынмаған ер биләмәһенең бәләкәй өлөшөн генә (ҡара: Ер биләү) ҡыҫҡа ваҡытҡа Ҡ. бирергә мөмкин булған (ҡарарҙар улус сходында сығарылған), “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение” б‑са, ерҙе ауыл кешеләренә (һәр ир-атҡа 30 дисәтинә) һәм дәүләткә, ш. уҡ заводтар төҙөү һәм мәғдән сығарыу өсөн Ҡ. биреү рөхсәт ителгән. Революциянан (1917) һуң Ҡ. бөтөрөлә.

Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында ваҡ (тирмәндәр, май һығыу заводтары һ.б.) һәм эре (ҡара: Ҡуртым предприятиеһы) пр‑тиелар Ҡ. бирелә башлай. Ерҙе Ҡ. биреү тергеҙелә. Төп Ҡ. биреүселәр — үҙ ерҙәрен эшкәртеү мөмкинлеге булмаған ярлы халыҡ ҡатламдары, Ҡ. алыусы‑ лар хәлле крәҫтиәндәр була. 20‑се йй. 2‑се ярт. индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыуға йүнәлеш алынғандан һуң, Ҡ. биреү мөмкинлеге кәмей. 30‑сы йй. башында — дәүләт пр‑тиеларын, 1937 й. а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе айырым кешеләргә Ҡ. биреү туҡтатыла. Артабан СССР‑ҙа Ҡ. мөнәсәбәттәре сикләнгән характерҙа була, тик ҡала ерҙәрен һәм махсус тәғәйенләнешле ерҙәрҙе сауҙа, склад ҡоролмаларын һ.б. ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн Ҡ. биреү һаҡлана.

90‑сы йй. башынан Ҡ. респ. бөтә халыҡ хужалығы тармаҡтарында ла киң тарала. Ҡ. мөнәсәбәттәре хоҡуҡи яҡтан РФ‑тың Гражданлыҡ кодексы, федераль закондар һәм БР закондары м‑н көйләнә.

И.М.Байназаров, Д.Ғ.Күскилдин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке