ҠУРТАШТАУ, Уралтау һыртының тау түбәһе. Белорет ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9 км алыҫлыҡта ята. Абс. бейеклеге 1019 км, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,6 км. Көмбәҙгә оҡшаш формала. Битләүҙәре текә, түбәһендә ҡаялы тау ҡалдыҡтары бар. Һәүәнәк метаморфик комплексы кварциттарынан һәм кристалл һәүерташтарынан тора. Ландшафы әсе кәҫле тайга тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай урмандарынан ғибәрәт.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. А.Н.Кусеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.