ҠУРСАЕВ Хәмзә Ибраһим улы [15.6.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.2009, Сибай ҡ.], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1986), БАССР‑ҙың халыҡ (1979) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; И.Х. Йомағолов курсы). 1944—2004 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Сибай башҡ. драма театры актёры. Ҡ. ижады үҙенсәлекле халыҡ поэтикаһына нигеҙләнгән. Төп ролдәре: Ғәлимйән (“Башмағым”), Закир м‑н Ғәйфулла (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙыңш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Мисбахов (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Йәнгилде (“Башҡорт туйы”). Урыҫ һәм сит ил драматургияһы әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә Ҡ. ролдәре кәүҙәләндереү сараларының теүәллеге, әҫәрҙең жанрын аныҡ тоя белеүе м‑н айырылып тора: Сганарель (“Ирекһеҙҙән табип” – “Лекарь поневоле”, Мольер), Жевакин (“Өйләнеү” – “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Кисельников (“Упҡын” — “Пучина”), Миловидов (“Ете юл сатында” – “На бойком месте”; икеһе лә — А.Н. Островский) һ.б.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.