ЛАҠЛЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Лаҡлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 31 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Лаҡлы й. (Әй й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1450 кеше; 1920 — 1703; 1939 — 1868; 1959 — 1449; 1989 — 1157; 2002 — 1124; 2010 — 925 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1736 й. алып билдәле. Бында 1760 й. төҙөлгән килешеү б‑са ш. уҡ шарттарҙа ш. уҡ даруғаның Таймый а. типтәрҙәре килеп урынлаша. 1770 й. ауылда П.С.Паллас булып китә. Шулай уҡ Һыярсынкүл, Атау‑Лаҡлы, Йыланлы исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 17 йортта 138 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта — 619 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, урыҫ‑башҡ. земство мәктәбе, 6 һыу тирмәне, тимерлек, 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибете теркәлгән; йылға борамы эшләгән. Ауыл эргәһендәге Лаҡлы мәмерйәһе һәм Ҡапҡаташ ҡаяһы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ғ.К.Солтанова, З.Ә.Әминев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика