ЛАКЕЕВ Сергей Николаевич (29.12. 1962, Өфө), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Органик химия ин‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — инновацион эҙләнеүҙәр бүлеге нач., 2001 й. — “Содействие” Башҡ‑н инновациялар үҙәге дир., 2009 й. — “Химтэк” Инновация үҙәге үҫеше б‑са дир., 2014 й. – “ХИМТЕХ-ИНЖИНИРИНГ” ЯСЙ-ның ген. директоры (бөтәһе лә — Өфө). 2011 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре көкөрторганик берләшмәләрҙе тикшереүгә, пластик майҙар, пластизолдәр, пластификаторҙар алыу технологияларын эшләүгә, производство ҡалдыҡтарынан (алынған продукттарҙы төҙөлөштә, а.х. файҙаланып) утилләштереүгә арналған. Л. тарафынан көкөрттөң функциональ алмаштырылған илидтары, улар нигеҙендә биол. актив гетероциклик берләшмәләр синтезлана. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Илиды серы в синтезе гетероциклических соединений. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика