• Печать

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташбүкән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 46 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Егән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 30 кеше; 1959 — 118; 1989 — 503; 2002 — 429; 2010 — 280 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Ташбүкән а. кешеләре яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 2 йорт иҫәпкә алынған. 1953 й. алып ҡасаба булараҡ теркәлгән, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

 

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке