ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 136 кеше; 1989 — 316; 2002 — 341; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Бөрйән МТС‑ы ойошторолғандан һуң элекке Ҡ. утары урынында нигеҙ һалына (1939 й. 13 кеше иҫәпкә алынған).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.