ҠУРҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Оло Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 23 кеше; 1939 — 22; 1959 — 229; 1989 — 152; 2002 — 127; 2010 — 113 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баҡалды урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә нигеҙ һалына. 1920 й. Ҡурғаш утарҙары булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. башынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке