ҠУРҒАШ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ләүйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 328; 1939 — 227; 1959 — 261; 1989 — 310; 2002 — 357; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡурғашйылға исеме м‑н нигеҙ һала. 1846 й. бында ш. уҡ өйәҙҙең Сирбай а. бер нисә ғаилә күсеп килә. 1795 й. 18 йортта 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 293 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ҡайраҡ яһау булған. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.