ЛАЗЕР, оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы, механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән. Актив мөхит төрө б‑са — газлы, шыйыҡ, ҡаты есемле (ярым үткәргесле һәм ирекле электрондарҙа), эшләү режимы б‑са өҙлөкһөҙ һәм импульслы, генерация тулҡынының оҙонлоғо б‑са күҙгә күренгән һәм инфраҡыҙыл диапазондағы Л. айыралар. Ғәҙәти оптик нурланыш сығанаҡтарынан сыҡҡан нурланыш параметрҙары (когерентлыҡ, монохроматлыҡ һ.б.), эшләү принцибы (эш башҡарыусы мөхиттең тултырыу инверсияһын тыуҙырыуға нигеҙләнгән) һәм төҙөлөшө (актив элемент, ҡыҫыу системаһы һәм 2 айырыуса ныҡ сағылдырған  көҙгөнән — уларҙың береһе ярым үтә күренеүсән — торған оптик резонаторы бар) м‑н айырыла. Л. физикала, химияла, биологияла, медицинала, электронлы, ш. иҫ. хәрби, техникала (ҡара: Алыҫлыҡты үлсәгес, Микроэлектроника), автомобиль сәнәғәтендә, караптар, машиналар эшләүҙә (ҡара: Лазер технологиялары), элемтәлә (ҡара: Оптик элемтә) һ.б. ҡулланыла. 

20 б. 70‑се йй. Башҡорт дәүләт университетының лазер тикшеренеүҙәре лаб. Л. яһау һәм ғәмәлгә индереү б‑са эштәр башлана. Алюмоиттрийлы гранат кристалы нигеҙендә эрбий иондары (3 микронлы Л.) ҡатыштырылған, полярлаштырылған сығарыу урыны булған наносекундлы Л. тәжрибә экземпляры, неодим иондары ҡатышмаһы булған алюмоиттрий гранаты кристалы нигеҙендәге махсус тәғәйенләнешле Л. (А.Ғ.Аҡманов, А.М.Вальшин, Б.Ғ.Шакиров, Ә.Ғ.Ямалетдинов) һ.б.; тиҫкәре кире бәйләнешле микросекундлы Л. тәжрибә экземплярҙары 1986—88 йй. СССР ФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре ин‑тында (Мәскәү) индерелә, квазиөҙлөкһөҙ Л. — резисторҙарҙы яраҡлаштырыу һәм ҡалын плёнкалы гибрид интеграль схемаларҙы көйләү өсөн 1989 й. С.М.Киров ис. Башҡортостан ҒПБ‑нда (ҡара: “БЭТО”), “Квант‑М” ҡулайламаһы составында гибрид интеграль схемаларҙың керамик плиталарын тәрән итеп сыймаҡлау өсөн 1989—91 йй. Өфө “Полигон” ААЙ ҒПП‑нда индерелә. ӨДАТУ‑ла С.Т.Күсемов етәкс. ҡеүәтле Л. нурланышының параметрҙарына идара итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Б.Ғ.Шакиров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика