АҠКҮЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 459 кеше; 1959 — 1561; 1989 — 1302; 2002 — 1454; 2010 — 1325 кеше. Урыҫтар, сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

1934 й. Дим—Ишембай—Төйлөгән (Ырымбур өлк.) т. юл линияһын төҙөгән ваҡытта А. станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. ауыл статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Аҡкүл — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке