ҠУРАМШИНА Наталья Георгиевна (21.6.1945, Монголия, Улан-Батор), зоолог, эколог. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1975 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй, 1978 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта, 1994 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты проректоры, тәбиғәт-математика циклы каф. мөдире, 1996 й. — БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑ның лаб. мөдире, 2000 й. — БДАУ‑ҙың йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм экология каф. мөдире, 2011 й. — Өфө иҡтисад һәм сервис ун‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре экотоксиканттарҙың хайуандарға һәм кешегә тәьҫирен, төрлө трофик кимәлдәге организмдарҙың техноген факторҙарға яраҡлашыуын өйрәнеүгә арналған. БР‑ҙа һәм йәнәш терр‑яларҙа экомониторинг ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Гемолимфа моллюсков, тест-гидробионтов в экологической токсикологии и биомониторинге. Уфа, 1994; Западный Башкортостан: экология и безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2003 (авторҙ.); Южноуральские цеолиты — экобезопасность и влияние на организм птицы, сельскохозяйственных животных. Уфа, 2007 (авторҙ.).

У.Б.Имашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.