ҠУРАМШИН Энс Мөбәрәк улы (5.2.1946, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Дәүләкән совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рассвет а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Химия ин‑тында эшләй. 1977 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре туйындырылған углеводородтар һәм кислородлы берләшмәләрҙең окисланыу законлыҡтарын өйрәнеүгә, экологик яҡтан таҙа дизель яғыулығы етештереү мәсьәләләренә арналған. Ҡ. тарафынан циклогександың нитроокисланыу реакцияһы асыла һәм тикшерелә; 1,3‑диоксоландың гомоген каталитик окисланыуында тәүге тапҡыр краун‑эффект асыла, гликолдәрҙең ҡатмарлы моноэфирҙарын синтезлауҙың эффектив ысулдары эшләнә, ыҫмала барлыҡҡа килеүен туҡтатыусы полифункциональ присадка уйлап табыла. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Окисление и стабилизация дизель‑ ных топлив. М., 1995 (авторҙ.); Термоокисли‑ тельная стабильность дизельных топлив. М., 2001 (авторҙ.); Комплексная экологическая оценка состояния Башкирского Зауралья и сопредельных территорий. М., 2010 (авторҙ.).  

 

Ю.М.Абыҙгилдин

 Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.