ЛАЗЕР ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ, лазер нурланышы ярҙамында материалды йәки ярым фабрикатты эшкәртеү, яһау, уларҙың хәлен, үҙенсәлектәрен һәм формаһын үҙгәртеү ысулдары йыйылмаһы. Л.т. 1‑ҙән бер нисә мең Вт тиклем ҡеүәтле ҡаты есемле һәм газлы (углекислый газ) лазерҙар ҡулланыла. Технологик операцияларҙың төрөнә ҡарап гравёрлау, маркалау, лазер м‑н сыныҡтырыу, иретеү, ҡырҡыу, иретеп йәбештереү, термик нығытыу һ.б. айырыла. Башҡортостанда Л.т. 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә, мед. һ.б. индерелә башлай. Л.т. эшкәртелә торған материалға билдәле урында ғына тәьҫир итеү, технологик процестарҙы теләһә ниндәй мөхит эсендә (вакуумда, газда, шыйыҡлыҡта, ҡаты есемдә) үткәреү, ябыҡ арауыҡтағы эшкәртеү зоналарына энергияны контактһыҙ ысул м‑н тапшырыу мөмкинлеген бирә. Юғары етештереүсәнлекте, энергия һәм материалдарҙы һаҡлап тотоноуҙы, эшкәртеүҙең аныҡлығын һ.б. тәьмин итә. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында Д.Ә.Ғәниев, Г.И.Рассохин, Р.М.Әхмәтдинов һ.б. тарафынан үткәргес торбаларҙың бөгөлгән тармаҡтары арҡыры киҫелешенең ҡалдыҡ деформацияһын контролдә тотоу һәм фактик характеристикаларын үлсәү өсөн БЛИК-ГИБ контактһыҙ лазер үлсәү комплексы уйлап табыла, ул “Башкирэнерго” ААЙ‑нда индерелә. ӨМЭПБ‑ла, Күмертау авиация производство пр‑тиеһында, “Гидравлика” ФДУП‑ында, ӨАПБ‑ла, ӨПЭПБ‑ла, технология һәм производствоны ойоштороу институтында һ.б. тутыҡмай торған ҡоростан, титан иретмәләренән, керамиканан яһалған деталдәрҙә бәләкәй диам. (0,8 мм тиклем) тишектәр тишеү, 5 мм тиклем ҡалынлыҡтағы табаҡлы материалды лазер м‑н ҡырҡыу, гравёрлау, иретеп йәбештереү, ҡырҡҡыс инструментты нығытыу, шаблондар киҫеп алыу һ.б. өсөн Л.т. индерелә.

Ә.З.Теләүлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика