ҠУРАЙСЫЛАР СОЮЗЫ, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар һәм фольклорсылар ижади берекмәһе. 1998 й. Өфөлә ойошторола, 2003 й. эшмәкәрлеген туҡтата, 2007 й. тергеҙелә. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — милли‑мәҙәни һәм рухи мираҫты тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлау. Ҡ.с. милли музыка фольклоры ҡомартҡыларын йыйыу, өйрәнеү һәм һаҡлау, мәҙәни‑ағартыу, нәшер итеү һ.б. эшмәкәрлектәрҙе тормошҡа ашыра; йәш ҡурайсыларға һәм фольклорсыларға ярҙам күрһәтә, уҡыу йорттарына традицион музыка ҡоралдарында башҡарыусыларҙы һәм фольклор өлкәһендәге кадрҙарҙы әҙерләүҙә, традицион кәсеп һәм һөнәрселекте (халыҡ музыка ҡоралдарын, ш. иҫ. думбыра, ҡумыҙ, ҡурай, ҡылҡумыҙ эшләү) үҫтереүҙә булышлыҡ итә. Әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәрен, музыка фестивалдәре һәм конкурстарын, ш. иҫ. И.Дилмөхәмәтов ис. Респ. ҡурайсылар конкурсын (2003 й. алып), Ҡурай байрамын (2001 й. алып), Ә.Исҡужин ис. Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсын (2008 й. алып), хәйриә ижади кисәләрен һәм концерттарын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. Юғары етәксе органы — дөйөм йыйылыш (йылына кәмендә 2 тапҡыр), башҡарма органы — идара.

Идара рәйестәре: В.Я.Йомағужин (1998—2000), А.М.Айытҡолов (2007 й. алып), И.Р.Солтангәрәев (2010 й. алып).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке