ЛАЗАРЕВА Дина Наумовна (11.9.1922, Силәбе губ. Мейәс Заводы ҡсб), фармаколог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1962), проф. (1963). РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1943), 1946—2002 йй. шунда уҡ эшләй: 1954—89 йй. 1‑се фармакол. каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1961— 67 йй. фәнни эштәр б‑са проректор, 1974—91 йй. Органик химия ин‑тында (1987 й. тиклем лаб. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм айырым фармакология, токсикология проблемаларына арналған. Л. тарафынан патологик хәлдәрҙә дарыуҙарҙың тәьҫире, пиримидин яһалмалары нигеҙендә мед. препараттар булдырыу, иммуностимуляторҙар, антифлогистиктар һәм простагландиндарҙың синтетик аналогтарын сығарыу, БР‑ҙа сығарылған нефттәрҙән алынған бензиндарҙыңағыулылығы тикшерелә. Л. респ. дарыу үҫемлектәренеңфармакол. үҙенсәлектәрен өйрәнә һәм уларҙы ҡулланыу б‑са тәҡдимдәр эшләй. Л. ҡатнашлығында оксиметилурацил, эстуфалан, клатрапростин һ.б. препараттар эшләп сығарыла. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 132 уйлап табыу авторы. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эргәһендәге Медицина фәнни йәмғиәттәре советы (1965—80), БР фармакологтары йәмғиәте (1970—2006) рәйесе. РФ‑тың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1993). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Клиническая фармакология в онкологии. М., 2007 (авторҙ.); Лекарственные растения Башкортостана. Уфа, 2011 (авторҙ.); Иммуномодуляторы. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Илл. Д.Н.Лазарева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика