ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ (Rubus), рубус затына ҡараған төрҙәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостан‑ да ҡырағай Ҡ.е. һәм ҡара төклө Ҡ.е. үҫә. Тамырһабаҡтары һәм күп һанлы ян тамырҙары булған ярым ҡыуаҡ, бейеклеге 50—200 см булған бер, ике йыллыҡ йәшел йәки ҡыҙғылт‑ миләүшә төҫөндәге сәнскеле үренделәре бар. Ҡырағай Ҡ.е. япраҡтары ишһеҙ, ҡанат һымаҡ йәки өсәрле, ҡара төклө Ҡ.е. — өсәрле. Сәскәһе аҡ, һирәгерәк асыҡ ал төҫтә, сәскәле һабаҡтары һәм сәскә һаптары төклө, ҡара төклө Ҡ.е. биҙле йөндәре бар. Сәскәлеге — тәлгәш. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше күп төшлө, июль—сент. өлгөрә. Ҡырағай Ҡ.е. — респ. бөтә терр‑яһында урмандарҙа, урман ситтәрендә, ҡырҡындыларҙа, йылға үҙәндәрендә, ҡара төклө Ҡ.е. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарында урынлашҡан урмандарҙа осрай. Баллы, дарыу, ашарға яраҡлы үҫемлек. Культурала ҡырағай Ҡ.е. үҫтерелә. Ауырлығы 2,5—3 г булған емештәр составында 7,5—13,5% шәкәр, 1—2% органик к‑талар, 9,1—44 мг% С витамины һ.б. бар. Ҡ.е. ултыртылғандың 3‑сө йылына емеш бирә башлай. Дым ярата. Ағасланған тамыр үренделәре, йәшел һабаҡтар һәм үренделәр м‑н үрсетәләр. Көҙөн йәки яҙын ултырталар. Ултыртыу ысулы — таҫмалы, рәттәрҙең араһы — 2,5—3 м, рәт эсендәге үҫемлектәр араһы — 0,5 м. Уртаса уңдырышлылығы — 54 ц/га (Кушнаренко емешеләк культуралары селекцияһы үҙәге, 2000—03). Емештәрен сей килеш һәм эшкәртеп ҡулланалар. Ҡ.е. яңы сорттарын булдырыу һәм зона агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Кушнаренко селекция үҙәгендә (1935 й. алып), Өфө тәжрибәпроизводство хужалығында (1960—80 йй.; Р.И. Болотина, Г.Ә.Мансуров, Р.Ә.Шафиҡов, М.Ғ.Әбдиева һ.б.) үткәрелә. Ҡ.е. бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланышҡа Барнаульская, Высокая, Новость Кузьмина һ.б. сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Садоводство в Башкортостане /М.Г.Абдеева [и др.]. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2006.

С.С.Хәйретдинов, Р.Ә.Шафиҡов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке