ЛАЗАРЕВ Николай Иванович (18.7.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡарама утары — 28.1.1998, Мәскәү өлк. Шишкин Лес ҡсб, Подольск ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. июленән 2‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армия 5‑се танк корпусы 24‑се танк бригадаһы автоматсыһы ефрейтор Л. 1944 й. 18 сент. Скудрес торама пункты (Латвия) янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Новокузнецк ҡ. металл эшкәртеү заводында эшләй, 1985 й. алып СССР МС АСК‑ның (Мәскәү өлк.) өлкән инженеры. Ленин (1990), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика