ҠУРАЙ (Pleurospermum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда ҡырлы Ҡ. үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы нескә бураҙналы, ҡыуыш эсле, сатыр аҫтында ҡытыршы, ҡыҫҡа, бейеклеге 60—150 см. Япрағы өсмөйөш, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә; аҫҡыһы — оҙон һаптарҙа; өҫкөһө — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған еңсәле. Сәскәһе аҡ төҫтә, ҡатмарлы сатырға йыйылған ҡалҡан һымаҡ сатырҙарҙа. Урамаһының япраҡсалары бөтөн йәки теленмә, осло, сите керпексәле, аҫҡа табан бөгөлгән. Урама япраҡсаһы ҡыяҡ йәки ланцет формаһында, ситтәре тар ярылы. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше һалынҡы, июль—авг. өлгөрә. Респ. бөтә терр‑яһында ҡатнаш, япраҡлы һәм ылыҫлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, урман ситтәрендә, тау болондарында үҫә. Ҡ. үләненән ҡурай эшләйҙәр. Баллы үҫемлек, йәш һабаҡ‑ тары ашарға яраҡлы. Составында кумариндар, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.