ҠУПАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 512 кеше; 1920 — 567; 1939 — 493; 1959 — 262; 1989 — 155; 2002 — 142; 2010 — 140 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1719 й., 1750 й., 1791 й., 1803 й. керҙәшлек килешеүҙәре һәм 1756 й. Өфө провинция канцелярияһы указы б‑са бында мишәрҙәр килеп ултыра. 19 б. башында ш. уҡ дәүләт крәҫтиәндәре һәм типтәрҙәр теркәлгән. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Юлдаш Ҡупаев билдәле. 1865 й. 50 йортта 279 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.