ҠУҢЫР ҠУҢЫҘ(Osmoderma eremita), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Кавказ алдында таралған. Кәүҙәһе киң, яҫы, 24—30 мм оҙонлоҡта. Ҡуңыр төҫтә, йәшкелт металға оҡшаш ялтырауыҡлы. Башы йыйырсыҡлы, мыйығы ҡыҫҡа, япраҡ формаһында. Өҫкө ҡанаты ҡабарынҡы, даға рәүешле, түңәрәк. Алғы сирағы 3 тешле. Енси диморфизм хас: ата ҡуңыҙҙарҙың алғы арҡаһының уртаһында — киң буй бураҙна, инә ҡуңыҙҙарҙыҡында ваҡ буй батынҡылыҡ һәм алғы өлөшөн‑ дә 2 түмһәләк бар. Йомортҡаларын ҡарт ағас ҡыуышына һала. Ҡарышлауыҡтары дуға формаһында, 90— 100 мм оҙонлоҡта, 3 йыл һәм унан да ашыу ваҡыт дауамында үҫешәләр. Ҡуңыҙҙар июнь–сент. оса; эңерҙә һәм төндә әүҙемдәр. Ағастарҙың ярылған олондарынан ағып сыҡҡан һут м‑н, ҡарышлауыҡтары серек үҙағас м‑н туҡлана. Өлкән ҡуңыҙҙарҙың бер нисә метр алыҫлыҡтан һиҙелгән көслө, насар еҫе бар. БР‑ҙа Бөрө, Ғафури, Өфө р‑ндарының ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.