ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич [8.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Братовщина а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 28.2.1991, Ярославль ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 12‑се гвардия танк корпусы 34‑се гвардия мотоуҡсылар бригадаһы артиллерия дивизионының орудие ком. гвардия сержанты Л. 1945 й. 21 ғин. Иновроцлав ҡ. (Польша) өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1948) Ҡалтасы киптереү комб‑тының бүлек нач.; 1949 й. алып Ярославлдә китап нәшриәтендә, музей-ҡурсаулыҡта (дир. урынбаҫары) эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский а. урамға Л. исеме бирелгән, Ҡалтасы а. бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика