ҠУҢҠАС СӘСӘН, Ҡоңҡаҫ сәсән (18 б. 2‑се ярт. — 19 б. башы), башҡ. шағир-импровизаторы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. М.Х.Иҙелбаев тарафынан Миәкә р‑ны Илсеғол а. З.Ғ.Төхвәтуллиндан яҙып алынған риүәйәт б‑са, Ҡ.с. уҡымышлы кеше булған, халҡының тарихын, фольклорын белгән, ҡурайҙа уйнаған, күп сәйәхәт иткән; уның Алдар исемле улы булған. “Минең кистәрем. Башҡорт әкиәттәре” (“Мои вечера. Сказки башкирские”) әҫәрендә Ҡ.с. (Ҡонҡа) исемен телгә алыу (“Ҡонҡа барин м‑н һине ысын күңелдән хөрмәт итеп, һин яратҡан башҡорт хикәйәләрен бүләк итә...”; “Ҡонҡа ахмаҡ, ә мин һүҙ оҫтаһы [түгел]”), “Алдар менән Зөһрә” хикәйәте унан яҙып алынған, тип фараз итергә нигеҙ бирә.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т. 1. Уфа, 1961

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке