ҠУНАФИН Марат Сәмирхан улы (11.4.1957, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Ҡарамалы а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 2006 й. алып РФ ЭЭМ‑ының Иҡтисади хәүефһеҙлек акад. филиалында (Өфө): килешеү б‑са уҡыу ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта филос., тарих һәм социол. каф. мөдире. 2009 й. башлап С.‑Петербург технология һәм дизайн ун‑тында, 2012 й. — Башҡ. физик культура ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре онтологияға, фәнни танып белеү методологияһына, тәбиғәтте өйрәнеү философияһына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Эволюция принципа объективности. Уфа, 1998; Философские и прикладные вопросы методологии искусственного интеллекта. М., 2009 (авторҙ.); Философия инновационной деятельности. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.