ҠУНАФИН Марат Һәүбән улы (1.6. 1963, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), хирург. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (2001). Һ.Н.Хунафиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып БДМУ‑ла: 2006 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин‑ты дир., 2009 й. алып дауалау эштәре б-са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡорһаҡ ағзалары һәм аҙ йәрәхәтләүсе хирургия, киҫкен эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген, перитонитты, ашҡаҙан аҫты биҙе кистаһын, бешеү йәрәхәттәрен һ.б. диагностикалау һәм дауа‑ лау проблемаларына арналған. Ҡ. ҡатнашлығында ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуын иҫкәртеү, эсәктәр резекцияһы ваҡытында анастомоздарҙы бактерияларҙан һаҡлау, бешеү һәм трофик сей яраларын дауалау, эсәктәрҙе һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығын дренажлау өсөн яйланма эшләнә, эсәктәрҙең тышҡы бөтәү яраһын дауалау, киҫкен панкреатиттың эренле‑некротик ҡатмарлашыуын лазер ҡулланып иҫкәртеү һ.б. ысулдар камиллаштырыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Руководство районного хирурга. Уфа, 2000 (авторҙ.); Справочник врача скорой помощи. Уфа, 2001 (авторҙ.); Лазерная допплеровская флоуметрия в хирургии. Уфа, 2005 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.