ЛАҒЫР, Васик, Васҡын, Салауат р‑нындағы ауыл, Лағыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1018 кеше; 1920 — 1221; 1939 — 857; 1959 — 730; 1989 — 883; 2002 — 961; 2010 — 856 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Мираҫ” башҡ. фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Васҡын исеме м‑н нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Асы Васҡын билдәле. 18 б. 70‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә [Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡиғалары м‑н бәйле; бында баш күтәреүселәрҙең лагеры урынлашҡан булған]. 1795 й. 29 йортта 208 кеше йәшәгән, 1865 й. 136 йортта — 814 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 1 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.К.Боева, Х.Л.Ғәлимов, Д.Х.Йәнтүрин, Р.С.Сөләймәнов, З.Х.Ханов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика