АҠКҮҘ, Илеш р‑нындағы ауыл, Аҡкүҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 131 км алыҫлыҡта Ташйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 955 кеше; 1920 — 1003; 1939 — 623; 1959 — 436; 1989 — 478; 2002 — 555; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1762 й. һәм 1793 й. араһында бында керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр килеп урынлашҡан. Легенда б‑са, А. (аҡ күҙ) исеме ауыл тирәһендә юлбаҫарлыҡ итеп йөрөүсе күҙенә аҡ төшкән кеше ҡушаматынан алынған. 1795 й. 27 йортта 148 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта — 669 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. С.Ҡ.Ғәлимова, Л.Зәхмәтуллина ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018