ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сафиулла улы (22.11.1946, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Сәйетбаба а.), әҙәбиәт белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), филол. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып ТТӘИ‑лә, 1981 й. — БДУ‑ла эшләй: 1986 й. башлап филол. ф‑тының декан урынбаҫары, 1990 й. — башҡ. филол. һәм журналистика ф‑ты деканы, 2000 й. — 20 б. тиклемге башҡ. әҙәбиәте каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2012 й. алып БР ФА гуманитар фәндәр бүлегенең акад.‑секретары.

Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, ауыҙ-тел әҙәбиәтенә, әҙәбиәт теорияһына, тарихи поэтикаға арналған. Ш.Зәки һәм М.И. Өмөтбаев әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшерә. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—96), “Башҡортостан: атлас. Тарих. Мәҙәниәт. Этнография” (“Башкортостан: атлас. История. Культура. Этнография”; 2007), “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 2009–2013) баҫмалары авторҙарының береһе. 500‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. уҡ башҡ. әҙәбиәте һәм Башҡортостан мәҙәниәте б‑са дәреслектәр, уҡыу әсбаптары авторы. Ж.Кейекбаев ис. (2001), М.Ғафури ис. (2010), М.Өмөтбаев ис. (2011, 2013) пр. лауреаты.

Х е ҙ м.: Замандарҙың рухи балҡышы: әҙәбиәт теорияһы, тарихи поэтика мәсьәләләре, ижади портреттар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө, 2006; XIX быуат башҡорт әҙәбиәте. Өфө, 2010; Башкирская поэзия XIX — начала XX веков: вопросы жанровых и идейно‑художественных особенностей. Уфа, 2011; XIX– XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре. Өфө, 2014.

 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.