ЛАГОТИС (Lagotis), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик бүлкәттәрендә, Уралда һәм Азияның тауҙарында таралған. Башҡортостанда урал Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы ярым паразит күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 10—40 см. Һабағы төҙ, йомро, ябай. Тамыр яны япраҡтары эре, оҙон һаплы, бөтөн, йомронан оҙонса‑эллиптик формаға тиклем, шыма ситле йәки киртләсле; һабаҡ япраҡтары — ултырма, осло ромб формаһында, тешле, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе аҡһыл төҫтә, ултырма, ҡуйы башаҡ рәүешле сәскәлеккә йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ике оялы ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Ирәмәл тауының (Белорет р‑ны) бейек тау болондарында һәм тау тундраһында үҫә. Эндемик. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика