ҠУНАҠОВА Райхана Вәлиулла ҡыҙы (9.9.1946, Медногорск ҡ.), химик‑технолог. БР ФА акад. (2012), химия ф. д‑ры (1989), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм‑ре (2006). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында, 1970 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй: 1978 й. башлап өлкән, 1990 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1991 й. алып Өфө иҡтисад һәм сервис ун‑тында: махсус химик технология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. башлап химик технология ф‑ты деканы, 1997—2003 йй. фәнни эштәр б‑са проректор; бер үк ваҡытта 2006 й. алып БР ФА‑ла: баш ғилми секретарь, 2011 й. башлап вице‑президент. Фәнни хеҙмәттәре органик синтезда металл комплекслы катализ өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ҡ. тарафынан яңы фәнни йүнәлеш — көкөрторганик берләшмәләр химияһында металл комплекслы катализ үҫтерелә; практик яҡтан әһәмиәтле булған сульфидтарҙың, сульфоксидтарҙың һәм макроциклик көкөрторганик берләшмәләрҙең киң класын алырға мөмкинлек биргән ацетилен һәм диендарҙы гетероцикллау ысулдары эшләнә. Ҡ. етәкс. функциональ аҙыҡ‑түлекте әҙерләү технологиялары уйлап табыла. 360‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 128 уйлап табыу авторы. “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” (“Башкортостан Республикаһының Фәндәр академияһы хәбәрҙәре”) ж. баш мөхәррире (2005—06 йй. һәм 2016 й. алып).

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в синтезе серосодержащих соединений. Organomet. Chem, 1993 (авторҙ.); Применение химических методов и технологий извлечения остаточной нефти на месторождениях Республики Башкортостан. Уфа, 2010 (авторҙ.); Функциональные продукты питания. М., 2012 (авторҙ.); Металлокомплексный катализ и мультикомпонентные реакции в химии органических соединений серы. Уфа, 2015 (авторҙ.).

У.М.Джемилев

 Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Текст на русском языке