ҠАЛПАҠ, тау. Межгорье ҡ. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,4 км алыҫлыҡта, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1194 м, оҙонлоғо 2 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 0,6 км, көньяҡ — 1,2 км. Оҙонса формала. Төньяҡ‑көнсығыш битләүе һөҙәк, көньяҡ‑көнбайышы — текә. Урта рифейҙың машаҡ свитаһы метабазальттарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: түбәнге өлөшөндә шыршы‑аҡ шыршы урмандары үҫә, юғарыға табан урман һирәгәйә һәм бейек үләнле ярым яланғас болондар, яланғас бүлкәт м‑н алмашына.

Р.Ә.Хәмиҙуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.