ЛАВСОНИТ (Лаусон фамилияһы б‑са), минерал, һыулы кальций алюмосиликаты, CaAl2[Si2O7](OH)2•H2O. Призма һәм пластинка рәүешендәге кристалдар барлыҡҡа килтерә. Төҫө аҡтан алып тоноҡ зәңгәргә тиклем, ялтырауығы быяла кеүектән майлыға тиклем. Ҡатылығы 7; тығыҙлығы 3900 кг/м3. БР‑ҙа мәҡсүт метаморфик комплексының йәшел һәүерташтарында һәм хлоритлы тоҡомдарында осрай. СССР‑ҙа тәүге тапҡыр Уралтау һыртында табылған (1941).

Әҙәб.: Алексеев А.А. Магматические комплексы зоны хребта Урал‑Тау. М., 1976.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.