АҠДӘҮЛӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 105 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 185; 1939 — 158; 1959 — 151; 1989 — 114; 2002 — 115; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 20-се йй. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Байыш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Аҡдәүләт Нияҙғолов исеме м‑н аталған. 1866 й. 13 йортта 51 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке